
“ҮҘЕҢ БҮЛӘК”
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр композитор
РОЗА СӘХӘҮЕТДИНОВАНЫҢ
70 йыллыҡ ижадына арналған юбилей кисәһе.
Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинованың моңдарында тыуған яҡтың наҙы ла, ата-бабаларҙың, ата-әсәһенең аһәңе лә, башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән кисерештәре лә, йөрәк тибеше лә, үҙе күргәндәрҙең сағылышы ла бар.
Йыр-моң һөйөүселәр уның һәр йырын ҙур яңылыҡ, асыш, күңел ҡыуанысы итеп ҡабул итә. Республиканың иң күренекле сәхнә оҫталары уның һәр йырын көтөп алып, тиҙерәк репертуарына индерергә тырыша. Шағирҙар мәшһүр композиторҙың үҙҙәренең шиғырҙарына йыр яҙыуын оло бәхеткә һанай. “Кәкүк”, “Ғүмер” (Рәми Ғарипов шиғырҙары), “Мин – умырзая”, “Ташлы күл”, “Сейәле тау”, “Үҙең бүләк”, “Ах, серле ҡараш”, “Ромашкалар” (Уран Кинйәбулатов), “Аҡҡош күле”, “Әйҙә, киттек Дим буйына” (Гөлфиә Юнысова), “Юлдарымдан юғалма” (Кәбир Аҡбашев), “Талпынаһың, ашҡынаһың” (Мостай Кәрим), “Күңелемдән яҙҙар иртә китте”, “Балдағым” (Дилә Булгакова), “Аҡ сирендәр” (Тамара Ғәниева), “Күҙ нурым” (Таңһылыу Ҡарамышева), “Ел ҡапҡа” (Радик Нуретдинов), “Елдәр, елдәр”, “Шәмдәлдәрҙә һуңғы шәмем һүнде” (Римма Шәхмуллина), “Яҙҙар булһа” (Әнғәм Атнабаев) һәм башҡа бик күп йырҙары бөгөн дә сәхнәләрҙән һәм радио-телевидение тулҡындарынан яңғырап ағылып тора.
Роза Сәхәүетдинованың йыр һәм романстары, хор йырҙары, фортепиано өсөн пьесалары, ҡыллы квартет өсөн яҙылған әҫәрҙәре музыка фестивалдәрендә башҡарылып, ҙур уңыш ҡаҙана.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, М. Аҡмулла премияһы лауреаты Роза Сәхәүетдинованың йырҙары республикабыҙ сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә.
8 ноябрҙә үтәсәк кисәлә Башҡортостандың билдәле артистары башҡарыуында Роза Сәхәүетдинова көйөнә яҙылған - күптән инде хиттарға әйләнгән йырҙары яңы һулыш аласаҡ.
Концерттың режиссеры Сулпан Асҡарова. Продюсерҙары Индира Сәхәүетдинова, Илгиз Абдраҡипов, Гәүһәр Батталова.
Мәшһүр композитор Роза Сәхәүетдинованың 70 йыллыҡ ижадына арналған кисәгә рәхим итегеҙ!